logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры и искусства
«Музей Кинзи Арсланова»
сельского поселения Свободинский сельсовет муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
Понедельник — воскресенье с 9.00 до 17.00
Перерыв- 13.00-14.00
Суббота — выходной

Семейная экскурсия

Йәкшәмбе көндө Артур һәм Рәмилә Рахманғоловтар балалары Асман , Йәсминәне музейыбыҙға экскурсияға алып килделәр. Был сәйәхәттән балаларҙың оләсәйҙәре, ветеран-уҡытыусы Зәйнуллина Рәйлә Ноғоман ҡыҙы ла ситтә ҡалманы. Ғаилә музейҙа тәүге тапҡыр ғына булмаһа ла, һәр экспозицияны беренсе күргәндәй ҡыҙыҡһынып ҡараны. Балаларына рухи, патриотик  тәрбиә биреү өсөн бөтә көсөн һалған был матур йәш ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ. Афарин, Рахманғоловтар һәм Рәйлә Ноғоман ҡыҙы! Йәштәргә эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, балаларға аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәрен, бөтәһенә лә һаулыҡ теләйбеҙ!

В воскресенье Артур и Рамиля Рахмангуловы привезли своих детей Асмана и Ясмину на экскурсию в наш музей. Не осталась в стороне и бабушка ребят- учитель-ветеран Зайнуллина Райля Нугумановна. Несмотря на то, что семья посещала музей не в первый раз, все с интересом посмотрели  экспозиции музея. Семья, вкладывающая все силы для духовного, патриотического воспитания своих детей может стать примером для многих. Молодцы, Рахмангуловы и Райля Нугумановна! Желаем молодым родителям успехов в работе и семейного счастья, детям- вырасти умными, воспитанными, и всем- крепкого здоровья!