logo
Филиал муниципального бюджетного учреждения культуры
"Музейное объединение" Муниципального района
Куюргазинский район Республики Башкортостан
музей Кинзи Арсланова
Режим работы учреждения:
Понедельник — воскресенье с 9.00 до 17.00
Перерыв- 13.00-14.00
Суббота — выходной

Ағинәйҙәр ҡоро

Майҙың аҙағы, июндең башы бик ҡыҙыу булды музейыбыҙға ҡунаҡтар күп килде, үҙебеҙгә лә эш буйынса йыш йөрөргә тура килде.
26 майҙа башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.,Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары, республикабыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе,
баш ҡалала башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм баҫманың баш мөхәррире Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, районыбыҙҙың төп ағинәйе, мәҙәниәт, журналистика ветераны Малбаева Тамара Рәшит ҡыҙы килделәр. Уларҙы матур итеп биҙәлгән залда Таймаҫ, Кинйә ауылдары ағинәйҙәре ҡаршыланы. Осрашыу ваҡытында ағинәйҙәр оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, ҡул эштәренән әҙерләнгән күргәҙмә менән таныштырҙы. Йәнле осрашыу түңәрәк өҫтәл артында ағинәйҙәрҙең йәмғиәттәге роле, улар алдында торған бурыстар, йәш быуынды тәрбиәләүҙә куйылған маҡсаттар тураһындә әңгәмә менән тамамланды.