logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры и искусства
«Музей Кинзи Арсланова»
сельского поселения Свободинский сельсовет муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
Понедельник — воскресенье с 9.00 до 17.00
Перерыв- 13.00-14.00
Суббота — выходной

Правнуки “северных амуров” в гостях в музее Кинзи Арсланова

Халҡыбыҙҙың данлы үткәненә битараф булмаған, йәш быуынға рухи мираҫ итеп ата-бабаларыбыҙҙың бай тарихын ҡалдырыу өсөн янып йөрөгән яҡташтарыбыҙ күп. 1913 йылда Ырымбурҙа Наполеонды еңеүҙең 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән Губернатор байрамында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, Яҡшембәт ауылынан Сәлтәшев Фәттәхетдин Низаметдин улының ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре 13 августа Кинйә Арыҫланов музейында ҡунаҡта булып китте. Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Швиль Әхмәтзәки улы Сәлтәшев Урта Азиянан ҡайтҡан туғаны Марат Әкбәров ғаиләһен, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө ҡала-ауылдарында йәшәүсе Гөлфирә, Әлмирә, Рәмилә, Марс, Винера, Рафаэль, Хәйҙәр, Тәслиә туғандарын алып килде. Швиль ағай 2006 йылда музейыбыҙға олатаһының шул байрамда төшкән фотоһының күсермәһен бүләк иткән булған. Һуңыраҡ рәссам Флүр Исмәғилов ошо фото буйынса “Губернатор байрамы” картинаһын яҙған. Картина әлеге көндә күргәҙмә залында төп урынды алып тора. Ҡунаҡтар музейыбыҙҙың экспозицияларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар, данлы олаталары һүрәтләнгән картина уларға айырыуса оҡшаны.

Среди наших земляков много тех, кто не равнодушен к славному прошлому своего народа, кто горит желанием оставить для потомков духовное наследство- богатую историю своих дедов-прадедов. 13 августа в музее Кинзи Арсланова побывали в гостях внук и правнуки нашего земляка Сальтяшева Фаттахетдина Низаметдиновича, уроженца с. Якшимбетово, участника губернаторского праздника, устроенного в г. Оренбурге в честь 100-летнего юбилея победы над Наполеоном. Житель города Кумертау Сальтяшев Швиль Ахметзакиевич привез семью родственника Марата Акберова, приехавшего из Средней Азии, братьев и сестер, их детей Гульфиру, Альмиру, Рамилю, Марса, Винеру, Хайдара, Таслию, живущих в разных городах и селах нашей республики. В 2006 году Швиль Ахметзакиевич подарил музею копию фотографии своего деда, снятого на этом празднике. Позднее художник Флюр Исмагилов написал по фотографии картину “Губернаторский праздник”, которая занимает достойное место в выставочном зале. Гости с большим интересом посмотрели экспозиции музея. Им особенно понравилась картина, на которой запечатлен их славный прадед.