logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры и искусства
«Музей Кинзи Арсланова»
сельского поселения Свободинский сельсовет муниципального района Куюргазинский район Республики Башкортостан
Режим работы учреждения:
Понедельник — воскресенье с 9.00 до 17.00
Перерыв- 13.00-14.00
Суббота — выходной

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

#годбашкирскойкультуры
#башкирскаякультурамузеи
#музеиРБ
#музейКинзиАрсланова

Кинйә Арыҫланов музейы “Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле…” (“Язык моего народа- для меня язык истины..” Рәми Ғарипов) Республика музей-этнография акцияһына ҡушыла.

1 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем беҙ үҙебеҙҙең музей фондтарында һаҡланған ҡыҙыҡлы этнографик әйберҙәр тураһында яҙып үтәсәкбеҙ .
Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға ҡул тирмәне тураһында мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
Тирмән ташы — таштан йәки ҡаты ағастан игендән ярма йә он тарттырыу өсөн парлап эшләнгән ике яҫы ҡалын түңәрәктән торған көнкүреш ҡорамалы. Ҡул тирмәнендә күберәк бойҙай, арыш тарттырғандар. Төрлө минералдарҙан уның ярҙамында буяу онтағы ла эшләгәндәр.
Тирмән ташына йышыраҡ кремнийлы, ваҡ бөртөклө, көпшәк, әммә шуға ҡарамаҫтан ныҡлы ҡомташ ҡулланылған. Кремнийлы эзбизташ файҙаланылыуы ла билдәле.

Музей Кинзи Арсланова присоединился к Республиканской музейной акции “Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле…” (“Язык моего народа- для меня язык истины..” Рәми Ғарипов).
С 1 по 14 декабря мы будем публиковать материалы об интересных этнографических экспонатах, хранившихся в фондах нашего музея. Сегодня мы вам предлагаем сведения о ручной мельнице.
Мельница- бытовая утварь, сделанная из камня или твердой древесины, которая состоит из двух плоских кругов. На ручной мельнице мололи пшеницу, рожь. Также с ее помощью из разных минералов изготовляли краску. Для изготовления жернов использовали чаще мелкозернистый кремниевый прочный песчаник. Известно также об использовании известняка с кремнием.