logo
Филиал муниципального бюджетного учреждения культуры
"Музейное объединение" Муниципального района
Куюргазинский район Республики Башкортостан
музей Кинзи Арсланова
Режим работы учреждения:
Понедельник — воскресенье с 9.00 до 17.00
Перерыв- 13.00-14.00
Суббота — выходной

Музейыбыҙҙың яңы экспонаттары Новые экспонаты музея.

Музейыбыҙҙың яңы экспонаттары

 Башҡорт халҡының бик матур бер йолаһы бар: ҡунаҡҡа буш ҡул менән бармайҙар беҙҙә. Ә быйылғы йәй беҙҙең музейыбыҙ ҡунаҡтарға бай булды. Улар  музейға иҫтәлекле бүләктәр менән килделәр. Яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова китаптар, әҙиптең 100 йыллыҡ юбилейына арнап сығарылған иҫтәлекле көмөш аҡса бүләк итте. “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы ҡунаҡтары Минзәлә Рамаҙан ҡыҙы Ғәлиева ҡәйнәһе Ғәлиева Минисара Закир ҡыҙы һуҡҡан аҫалы балаҫ менән сигелгән алъяпҡыс, Хәмдиә апай Биктимерова совет осорондағы телефон аппараты, Ленин менән Дзержинскийҙың һындарын бүләк иттеләр. 1-се Кинйә ауылына арналған экспозициябыҙ ҙа яңы экспонаттар менән тулыланды. Марат Динислам улы Хәлилов авторҙың автографы менән Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” романын һәм башҡа тарихи китаптар алып килде. Рамаҙан Насретдин улы Хәлилов үҙе, мырҙалары Әҡсән, Азат ижад иткән китаптар, папкаларҙа йыйылған бик күп тарихи материалдар тапшырҙы. Бүләк биреүселәргә бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Новые экспонаты музея.
У башкирского народа есть прекрасный обычай: у нас в гости не ходят с пустыми руками. А нынешнее лето было богато гостями для нашего музея. Они приехали в  музей с памятными подарками. Дочь нашего любимого поэта Мустая Карима Альфия Каримова подарила книги, серебряную монету, выпущенную в честь 100-летия со дня рождения поэта. Гости праздника  “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” (“Девушки вернулись в деревню”) Минзаля Рамазановна Галиева подарила башкирский палас, сотканный свекровью Галиевой Минисарой Закировной и вышитый фартук, Хамдия апай Биктимерова подарила телефонный аппарат советского периода и скульптуру Ленина с Дзержинским. Экспозиция, посвященная деревне 1-я Кинья тоже пополнилась новыми экспонатами. Марат Динисламович Халилов привез роман Г. Ибрагимова с автографом автора и другие исторические книги. Рамазан Насретдинович Халилов вручил музею книги , написанные им и его братьями Аксаном и Азатом, богатый исторический материал, собранный в папках.Выражаем огромную благодарность нашим дарителям!